З. Атауллин (2 се йыр) Йөрәктән булһа Р. Хәсәнов)
1. Ҡараштарың көн яҡтыһы кеүек, Булмаҫ кеүек һис бер эңерҙәр, Көндәрҙең дә төндәре шул була, Гел яҡтынан тормай ғүмерҙәр. Ҡта: Аяҙ көндә йылмайыуың миңә, Ҡәҙерлерәк бөтә бүләктән. Кешеләргә бер йылмайыу етә, Ул йылмайыу булһа йөрәктән. Кешеләргә бер йылмайыу етә, Ул йылмайыу булһа йөрәктән. 2. Юлдарыңа гөлдәр һибәм тиһең, Гөлдәрһеҙ ҙә матур юлдар бар. Күктән йондоҙ сүпләп бирәм тиһең Ерҙән дә нур сүпләр ҡулдар бар. Ҡта: Донъялағы иң ҡәҙерле һүҙҙе, Ер йөҙөндә әйтһә бер әйткән, Кешеләргә бары һүҙ бер етә, Ул һүҙ булһа ысын йөрәктән.
|
|